Милли проекттар
17 Июль 2025, 05:30

Ноҡат халҡына бүләк!

Ноҡат фельдшер-акушерлыҡ пункты Ноҡат, Арышпар һәм Айыс ауылдары халҡына медицина ярҙамы күрһәтәсәк, уларҙың дөйөм һаны 139 кеше, шуларҙың 21-е-балалар.

Ноҡат халҡына бүләк!Ноҡат халҡына бүләк!
Ноҡат халҡына бүләк!

Белорет районының Ноҡат ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был пункт “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) сиктәрендә төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эше өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау һәм йыйыштырыу инвентары бар. Ноҡат фельдшер-акушерлыҡ пункты Ноҡат, Арышпар һәм Айыс ауылдары халҡына медицина ярҙамы күрһәтәсәк, уларҙың дөйөм һаны 139 кеше, шуларҙың 21-е-балалар.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла.

Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас