

Мәләүез районының Ергән ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса табиплыҡ амбулаторияһы эш башланы.
Амбулатория сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тулыһынса тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бинала фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары урынлашҡан, медицина персоналы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн пандустар ҡуйылған. Биләмәне төҙөкләндереүҙә ауылдаштар ихлас ҡатнашты. Медицина учреждениеһы Ергәндең 5,3 мең кешеһен һәм яҡындағы 10 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Хәҙер был тораҡтар халҡына 35 километрҙа урынлашҡан Мәләүезгә медицина ярҙамы артынан йөрөргә тура килмәйәсәк.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.