Милли проекттар
18 Июль 2025, 08:16

Үгеҙҙәр яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктлы булды

Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә һәм медицина мәғлүмәттәрен икенсе учреждениеға, мәҫәлән, ЭКГ, йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефен идара итеү үҙәгенә консультацияға ебәрә ала.

Үгеҙҙәр яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктлы булдыҮгеҙҙәр яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктлы булды
Үгеҙҙәр яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктлы булды

Бөрө районының Үгеҙ ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлдө. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау һәм йыйыштырыу инвентары бар.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты Үгеҙ ауылы һәм Романовка, Шишмә ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Был ауылдарҙа дөйөм халыҡ һаны 227-нән ашыу кеше, шуларҙың 42-һе-балалар.

– Ауыл халҡының йәшәү урынынан алыҫ булмаған яңы бинала диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата һәм беренсел медицина-санитар ярҙам ала, – тип билдәләне фельдшер Фәнзилә Ғәйнуллина.

“Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” проекты ярҙамында хәҙер халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә һәм медицина мәғлүмәттәрен икенсе учреждениеға, мәҫәлән, ЭКГ, йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефен идара итеү үҙәгенә консультацияға ебәрә ала.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мтбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас