Милли проекттар
19 Июль 2025, 02:15

Әмзәгә - яңы сәхнә!

Әйткәндәй, ауыл был ауыл Нефтекама ҡала биләмәһенә ҡарай.

Әмзәгә - яңы сәхнә!Әмзәгә - яңы сәхнә!
Әмзәгә - яңы сәхнә!

Әмзә ауылындағы урамда яңы сәхнәне ҡуйҙылар, тип хәбәр иттеләр Нефтекама ҡала хакимиәтенән. Әйткәндәй, ауыл ошо ҡала биләмәһенә ҡарай.

Төҙөкләндереү эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле бара.

Белгестәр хәбәр итеүенсә, тиҙҙән сәхнәнең эргә-тирәһен ипкә килтерәсәктәр, өҫтөнә япма ҡуясаҡтар. “Яңы сәхнә ауылдың мәҙәни тормошо үҙәгенә әүереләсәк. Бында концерттар, байрамдар һәм башҡа саралар үткәреләсәк”, - тип хәбәр иттеләр Нефтекама ҡала хакимиәтенән.

Сығанаҡ, фото: Нефтекама ҡала хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас