

Башҡортостанда Өфө – Иглин – Красная Горка – Павловка юлының 18 километры “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы ремонтланды. Иглин һәм Нуриман райондарында дүрт участканы нормаға килтерҙеләр. Юлсылар япманы яңыртты, юл ситтәрен нығытты, тамғалар һалды.
–Шул арҡала Яңы Күл, Иҫке Күл, Нимесләр, Байгилде кеүек ҙур булмаған байтаҡ ауылдар халҡын хәүефһеҙ һәм уңайлы юлдар менән тәьмин иттек. Шулай уҡ Павловка һыуһаҡлағысына, тауҙарға ошо юл буйлап барыусылар өсөн дә уңайлылыҡ тыуҙырҙыҡ, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуҙы бурыс итеп ҡуя.
"Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты киң ҡоласлы, ул 12 федераль проектты үҙ эсенә алған. Төҙөлөш министрлығы шуларҙың бишеһенә (“Тораҡ пункттарында инфраструктураны үҫтереү”, Торлаҡ”, “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу”, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”, “Яңы төҙөлөш ритмы”) етәкселек итәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.