

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, Иҫке Балтас ауылы дауаханаһына яңы автомобиль алынды. Был турала төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Автомобиль тора алмаған ауырыуҙарҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ уның ярҙамында анализдар ташыу ҙа ойошторола. Салонда уңайлыҡтар ҡаралған: икенсе рәттәге ултырғыстарҙы йыйып ҡуйып була. Һөҙөмтәлә носилка өсөн урын бушай. Автомобиль балаларҙы йөрөтөү өсөн педиатр ҡайыштары менән дә тәьмин ителгән. Дезинфекциялау саралары ла хәстәрләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республикала алты поликлиника асыу ниәтләнә. Тағы туғыҙ медицина ойошмаһын төҙөкләндереү сараһы күреләсәк.
Шулай уҡ 4,5 меңдән ашыу берәмек ҡорамал һәм 99 автомобиль һатып алыу планлаштырыла. 134 модуль конструкцияларын ҡороу ҙа быйылға билдәләнгән.
"Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелеген тәьмин итеү.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.