Милли проекттар
22 Июль 2025, 11:45

Нуримандарҙың шатлығы сикһеҙ

Хәҙер Яңы Күл, Иҫке Күл, Нимесләр, Байгилде ауылдары халҡы өйөнә уңайлы юл буйлап ҡайта.

Нуримандарҙың шатлығы сикһеҙНуримандарҙың шатлығы сикһеҙ
Нуримандарҙың шатлығы сикһеҙ

Өфө – Иглин – Красная Горка – Павловка юлының дүрт участкаһын “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ипкә килтерҙеләр.

Иглин һәм Нуриман райондары трассалары участкаларында юлсылар япманы яңыртты, юл ситтәрен нығыттылар, һыҙыҡтар һыҙҙылар. Һөҙөмтәлә хәҙер Яңы Күл, Иҫке Күл, Нимесләр, Байгилде ауылдары халҡы өйөнә уңайлы юл буйлап ҡайта. Бынан тыш, туристар Павловка һыу һаҡлағысына, “Красный Ключ” тау саңғыһы комплексына һәм райондың башҡа урындарына барып етә ала.

Милли проект буйынса Башҡортостандағы барлығы 735 километр юлды һәм 1000 метрҙан ашыу күперҙе  ипкә килтереү планлаштырылған.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) төп маҡсаты – ауылдарҙың комплекслы үҫеше. Яңыртылған милли проекттар быйылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарҙары буйынса тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас