Стәрлетамаҡ урман хужалығында “Башаҡ” лагерында ял иткән балалар өсөн Урман көнө үткәрҙеләр. Акцияны “Экология именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар, тип хәбәр итә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сарала төрлө йәштәге 100-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Урмансылар улар өсөн танып белеү экскурсияһы һәм тематик квест ойошторған. Һуңғыһы йәш тәбиғәтте һаҡлаусыларға урман хужалығы донъяһы тураһында күп мәғлүмәт алырға ярҙам иткән.
Осрашыу иҫтәлегенә балалар янғынға ҡаршы символикалы сувенирҙар алған.
– Йыл һайын беҙ балаларҙы эшебеҙ менән таныштырыу өсөн ошондай саралар үткәрәбеҙ. Иң ғәжәпләндергәне — уларҙың урман питомнигына реакцияһын күреү. Балаларҙы бәләкәй орлоҡтан үҫеп сыҡҡан ҙур ағастар хайран ҡалдыра. Был уларға урман үҫтереү эшенең ни тиклем ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы булыуын күрһәтә, – тип билдәләй инженер Юлиә Мөхәмәҙуллина.
“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрергә, уны кешеләр өсөн уңайлы итергә ярҙам итә. Эш бер юлы әллә нисә йүнәлеш буйынса бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән быйылдан яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. Улар быға тиклем эшләп килгән йүнәлештәрҙе киңерәк планда дауам итергә булышлыҡ ҡыла.
Фото: forest.bashkortostan.ru