Милли проекттар
24 Июль 2025, 05:30

Өфөләге парк яңыртыла

Яңыртыу 12 майҙа башланды һәм 2026 йылдың көҙөнә тиклем дауам итә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән

Өфөләге парк яңыртылаӨфөләге парк яңыртыла
Өфөләге парк яңыртыла

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына (федеральный проект “Формирование комфортной среды”) ярашлы, Өфөлә Ленин исемендәге парк төҙөкләндерелә. Саралар федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттар, шулай уҡ “Һаҡлыҡ банкы” йәмғиәте иҫәбенә атҡарыла. Яңыртыу 12 майҙа башланды һәм 2026 йылдың көҙөнә тиклем дауам итә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән.

Әлеге ваҡытта 17,5 метр майҙанда брусчатка демонтажланған, бордюр таштары алмаштырылған һәм башҡа эштәр атҡарылған. Мәҙәни мираҫ объекты булған парктың төп элементтары һәм объекттар һаҡланасаҡ.

- Беренсе әҙерлек этабы инженер селтәрҙәрен демонтажлауҙы, ҡороуҙы, йәшел үҫемлектәр ултыртыуҙы күҙаллай. Проектҡа ярашлы, уларҙы, кедр аҡланын булдырып, бер төркөмгә тупларға уйлайбыҙ, - тип белдерҙе “Альбит” подряд ойошмаһының проект етәксеһе Сергей Минеев.

Сығанаҡ, фото: Өфө ҡала хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас