

Өфө фән һәм технологиялар университетының технология факультетын тамамлаған Софья Фитерман "Мин - профессионал" Бөтә Рәсәй олимпиадаһының VIII миҙгелендә ҡатнашып, еңеүсе була.
Олимпиада "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Президент платформаһының төп проекттарының береһе булып тора һәм "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодёжь и дети") нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Софья Фитерман "Химия технологияһы" йүнәлешендә 195 балл йыйып, алтын миҙалға лайыҡ була. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә "Рәсәй" милли үҙәгендә үтә. Еңеүсе һүҙҙәренсә, олимпиада тиҙ фекерләргә, тулы булмаған мәғлүмәтте анализларға өйрәтә.
"Олимпиадала өсөнсө тапҡыр ҡатнашам инде. Ике йыл рәттән бронза алғайным, ә хәҙер - көтөлгән алтын! Был еңеү минең өсөн бик әһәмиәтле", - тип тәьҫораттары менән бүлеште ҡыҙ.
Әйткәндәй уны университетта уҡыған сағында уҡ "Газохим Инжиниринг" компанияһына эшкә саҡыралар, ул унда химия-технология процестарын моделләштереү менән шөғөлләнәсәк.
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: Өфө фән һәм технологиялар университеты.