Милли проекттар
29 Июля 2025, 15:10

“Дан” бульвары төҙөкләндерелә

Һәр осорҙоң батырҙары була. Хөрмәт һәм хәтер киңлеген булдырыу маҡсатында төҙөлгән Мәләүез ҡалаһының Дан бульварында ҡаһармандар тураһында яҡты иҫтәлек быуындан быуынға тапшырыу маҡсатында төрлө саралар үткәрелә. 

“Дан” бульвары төҙөкләндерелә“Дан” бульвары төҙөкләндерелә
“Дан” бульвары төҙөкләндерелә

Һәр осорҙоң батырҙары була. Хөрмәт һәм хәтер киңлеген булдырыу маҡсатында төҙөлгән Мәләүез ҡалаһының Дан бульварында ҡаһармандар тураһында яҡты иҫтәлек быуындан быуынға тапшырыу маҡсатында төрлө саралар үткәрелә. Бында тарихтың ҡатмарлы осоронда Чернобыль ветерандарын, локаль һуғыштарҙа, ҡораллы конфликттарҙа һәм айырым хәүефле подразделениеларҙа ҡатнашҡан яҡташтарҙы бер урында хөрмәтләргә мөмкинлек бирә.

Былтыр ҡала халҡының берҙәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә батырлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткән ҡаһармандарға арналған бульвар төҙөкләндереү өсөн һайлап алынды. 

Халыҡ фекере, тәҡдименә ҡолаҡ һалып, архитекторҙар дизайн булдырғас, проект тауыш биреүгә ҡуйылды.

Бөгөн бульварҙа эштең ҡыҙған мәле. 400 метр оҙонлоҡтағы бульварҙа плиткалар яңыртып түшәлгән, яҡтылыҡ үткәрелгән, эскәмйәләр, урналар ҡуйылған, тирә-яҡ йәшелләндерелгән, ял итеү урындары барлыҡҡа килгән. Ял итеү зонаһында “Дан бульвары” тигән арт-обьект урынлаштырыу, күп йылллыҡ сәскәләр, декоратив ҡыуаҡтар ултыртыу күҙаллана. Юрий Исаев етәкселегендәге  “СтройтрансМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре март айында эш башлап, августа обьектты тапшырырға ниәтләй. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә атҡарылған төҙөкләндереү федераль, республика, урындағы бюджеттан 20 миллион һумға барып баҫҡан.

Ғәлиә Кәримова, “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы бүлеге етәксеһе:

- “Дан” бульварында тыл хеҙмәткәрҙәре, һуғыш балалары иҫтәлегенә арналған һәйкәлдәр ҙә бар. Бындай мемориаль комплекс быуындар бәйләнешен һаҡлап ҡалырға һәм ватандаштарыбыҙҙың тыныслыҡ хаҡына ҡылған батырлыҡтарын иҫкә төшөрөргә ярҙам итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:

 - Республикала “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы 94 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла. Ошо маҡсатта Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 1,1 миллиард һум аҡса алды. Бер үк ваҡытта бөтә “Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” конкурсында еңеү яулаған проекттарға ла тотонабыҙ, бында беҙ 500 миллион һум самаһы аҡса йәлеп итә алдыҡ.

“Дан” бульвары төҙөкләндерелә
“Дан” бульвары төҙөкләндерелә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас