Милли проекттар
29 Июль 2025, 06:30

Эксперттар Мәскәүҙә белемен арттырған

Әлеге ваҡытҡа Башҡортостан предприятиеларынан 157 хеҙмәткәр уҡытылған.

Эксперттар Мәскәүҙә белемен арттырғанЭксперттар Мәскәүҙә белемен арттырған
Эксперттар Мәскәүҙә белемен арттырған

Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә Республика компетенциялар үҙәге (РЦК) хеҙмәткәрҙәре Роман Шишков менән Дмитрий Тимофий Мәскәүҙә Федераль компетенциялар үҙәгендә (ФЦК) уҡыуын тамамланы. Был программа уларҙың профессиональ үҫешендәге мөһим этап булды.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ярашлы, республика предприятиеларына ярҙам итеү өсөн һәм үҙәктең эксперт ҡеүәтен көсәйтеүҙә лә яҡшы этәргес булды. Был хаҡта республиканың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәге хәбәр итә.

ФЦК-ла уҡыу һаҡсыл етештереүҙең төп инструменттарын үҙ эсенә алған дүрт модуль буйынса үткән.

– Беренсе модуль процестарҙы карталаштырыуҙы, 5С методикаһын һәм проблемаларҙы хәл итеү алгоритмдарын үҙ эсенә ала. Ғәмәли дәрестәр Мәскәүҙең “ГалВент” предприятиеһы майҙансығында үтте, – тип һөйләй Роман Шишков.

Икенсе модуль алдынғы методикаларҙы тәрән өйрәнергә мөмкинлек бирә: стандартлаштырылған эш, етештереү анализы, ҡорамалдарҙың һөҙөмтәлелеген анализлау (OEE), ҡорамалдарға автономиялы хеҙмәтләндереү һәм тиҙ үҙгәртеп ҡороу (SMED).

Уҡыуҙың һуңғы этабында иҡтисад һәм идара итеүгә төп иғтибар бирелгән.

ФЦК-ла уҡыу РЦК хеҙмәткәрҙәренең үҫеше буйынса мотлаҡ пландың бер өлөшө булып тора. Курсты һәм стажировканы тамамлағас, интервью тәртибендә белгестәрҙең алған белемдәре баһалана. Роман Шишков июнь аҙағында был һынауҙы уңышлы үтеп, РЦК проекттары етәксеһе статусын алған да инде. Дмитрий Тимофийға август айында имтихан тапшырыу бурысы ҡалған.

РЦК эксперттары компания хеҙмәткәрҙәренә һаҡсыл етештереү алымдарын өйрәтеү менән генә сикләнмәй, ә үҙҙәре лә квалификацияһын даими күтәреп тора. Уҡытыу – предприятиеларға адреслы ярҙам күрһәтеүҙең мөһим этабы. Әлеге ваҡытҡа Башҡортостан предприятиеларынан 157 хеҙмәткәр уҡытылған. Был ошо йылдың аҙағына тиклем 322 белгес әҙерләү бурысын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә.

Фото: gtrkrb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас