Милли проекттар
30 Июль 2025, 06:00

Межгорье халҡын нимәгә ылыҡтырмаҡсылар?

Ойоштороусылар әйтеүенсә...

Межгорье халҡын нимәгә ылыҡтырмаҡсылар?Межгорье халҡын нимәгә ылыҡтырмаҡсылар?
Межгорье халҡын нимәгә ылыҡтырмаҡсылар?

Төҙөлөш эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса башҡарыла. Әле төҙөкләндереүҙең яңы этабына күскәндәр.

Межгорьелағы Беренсе үткенселәр скверы янындағы спорт майҙансығында быйыл бәләкәй футбол яланы һәм йүгереү һуҡмағы барлыҡҡа киләсәк. 

Ҡала хакимиәтенән әйтеүҙәренсә, әле юл япмаһы йәйергә әҙерлек бара, артабан майҙансыҡтың ситен эшләп, яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыласаҡ. Һуңынан бында эскәмйәләр ҡуйылып, йәшел зона эшләү күҙаллана.

Заманса ҡорамалдар ҡуйыу һәр кемде спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырасаҡ, ти ойоштороусылар.

Сығанаҡ: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас