Милли проекттар
30 Июль 2025, 03:30

Урмандарға - авиапатруль

Был сара янғындарҙы киҫәтә.

Урмандарға - авиапатрульУрмандарға - авиапатруль
Урмандарға - авиапатруль

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы республиканың урман фондының 72 процентын авиапатрулләү менән тәьмин иткән, был иһә 4,1 миллион гектар.

Был йүнәлештәге эш “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”)  “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып 301 сәғәт дауамында 100 осош яһалған. Авиация һөҙөмтәһендә Йылайыр һәм Бөрйән урмансылыҡтарында  0,95 гектарҙа ике урман янғыны асыҡланған.

Авиапатрулләү янғын хәүефе класын иҫәпкә алып ойошторола. Айырыуса ҙур иғтибар Урал аръяғы райондарына, республиканың көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш биләмәләренә бирелә.

Үтеүе ауыр булған урындарҙағы янғындарға оператив тәьҫир итеү өсөн Бөрйән, Белорет һәм Йылайыр райондарында һауа судноларының осоу–ултырыу майҙансыҡтары булдырылған.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас