Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Июль 2025, 06:30

Ыҡ йылғаһы аша күпер һалына

Ул авария хәлендә ине.

Ыҡ йылғаһы аша күпер һалына
Ыҡ йылғаһы аша күпер һалына

Башҡортостанда Ыҡ йылғаһы аша күперҙең әҙерлеге 65 процент тәшкил итә. Ул Татарстан сигендә урынлашҡан. Эш “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни) ярашлы башҡарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.

Күперҙең оҙонлоғо 238,5 погонлы метр тәшкил итә. Ҡоролмаға килгән юл - 431,5 метр.

- Ыҡ йылғаһы аша күпер авария хәлендә ине. Уның аша үтеү хәүеф тыуҙырҙы. Шуға ла былтыр уны реконструкциялай башланыҡ. Күперҙе ремонтлау хәүефһеҙлекте һәм уңайлылыҡты тәьмин итә. Йәйәүлеләр ҙә махсус тротуарҙан ышаныслы үтәсәк, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Эште, графикка ярашлы, 2026 йылда тамамлау ниәтләнә. Подрядсы уны быйыл уҡ файҙаланыуға тапшырырға әҙер.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас