

Республикабыҙҙа Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы юлын ремонтлау дауам итә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Ремонт эштәре Яңы Балтас эргәһендә дөйөм оҙонлоғо 5,1 километрға тиң ике участкала “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни) башҡарыла.
Юлсылар туҙған япманы фрезерлау эшен тамамлаған. Яҡын арала ресайклинг технологияһы буйынса өҫкө ҡатламдың нигеҙен һала башлаясаҡтар. Унан һуң подрядсы ойошма асфальт–бетон япмаһын яңыртасаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ, тамғалар һаласаҡ.
- Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы Башҡортостандың терәк юл селтәренә ҡарай. Уның буйынса күп ауылдарҙың халҡы район үҙәгенә бара. Шулай уҡ ул Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһына, М-12 сығыу юлына ла илтә. Бындағы трафик бик юғары. Тәүлегенә 2700-ҙән ашыу автомобиль үтә. Шуға ла был юлдың торошон яҡшыртыу мөһим, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостандың Транспорт министрлығынан.