Милли проекттар
5 Август 2025, 03:00

Республика ҡалаларында йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә

Стәрлетамаҡта, Бәләбәйҙә, Нефтекамала «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса эш бара.

Республика ҡалаларында йәмәғәт урындары төҙөкләндереләРеспублика ҡалаларында йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә
Республика ҡалаларында йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә

Стәрлетамаҡта С. М. Киров исемендәге паркты төҙөкләндереү тамамлана. Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» йүнәлеше буйынса алып барыла, тип хәбәр итә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Төҙөкләндереү проектына, ҡала халҡының теләктәрен иҫәпкә алып, бер нисә тапҡыр үҙгәрештәр индерелгән. Яңыртылған йәмәғәт киңлеген «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале саралары эсендә, август айында асыу планлаштырыла.

Республиканың башҡа ҡалаларында ла төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса Интернационал урамында йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Нефтекама ҡалаһының Ташҡын ауылында ла йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү дауам итә. Яңыртылған майҙан 366 квадрат метр тәшкил итә. Бында балалар зонаһы барлыҡҡа килә, шулай уҡ декоратив япмалы юл төҙөлә. Ҡараңғы ваҡытта уңайлы булһын өсөн, биләмә яҡтыртҡыстар менән дә тәьмин ителә. Әле әҙерлек эштәре тамамланған.

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/...

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас