

Башҡортостан предприятиеһында һаҡсыл технологиялар нефть скважиналары төҙөүҙе уртаса 5-7 көнгә ҡыҫҡартасаҡ
Республика Хөкүмәте һәм Төбәк компетенциялар үҙәге менән тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр РКК РБ-нан. Комплекслы металл эшкәртеү, иретмәләр ҡойоу, металдарҙы токарлау һәм фрезерлау, термик эшкәртеү һәм һаҡлаусы ҡаплауҙар ҡулланыу буйынса махсуслашҡан предприятие продуктивность.рф федераль платформаһында теркәлгән. Был эштәрҙең барыһы ла "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад"(национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проектысиктәрендә тормошҡа ашырыла.
—Башҡортостандың машиналар эшләү предприятиелары һаҡсыл технологияларға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Компания өсөн проектта ҡатнашыу күп этаплы процестарҙы оптималләштереү мөмкинлеге булып тора: токарлауҙан, фрезерлауҙан, ҡаты ҡаплауҙар ҡулланыуҙан алып әҙер юғары технологиялы ҡорамалдарҙы йыйыуға тиклем. Был сығымдарҙы кәметәсәк һәм юғары технологиялы сегменттарҙа позицияларҙы нығытасаҡ», — ти Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
УЗТМ 1000-дән ашыу төр продукция етештерә. Ҡорамалдар паркына заманса юғары теүәллектәге токарь һәм фрезерлау станоктары, биш күсәрле фрезерлау станоктары, резина изделиелар етештереү өсөн ҡойоу станогы, металл ҡырҡыу өсөн лазер станоктары (14 мм тиклем), гидравлика престары (500 тонна), автоматлаштырылған порошоклы ҡаплау линиялары һәм роботлы иретеп йәбештереү линиялары инә. Компания продукцияһы SСМК ИНТИ сертификацияһын үткән һәм шулай уҡ халыҡ-ара сифат менән идара итеү системаһы стандарттары буйынса сертификацияланған.
РКК РБ проекты етәксеһе Сергей Тищенко заводта үҙенсәлекле ҡорамалдар барлығын, ә РКК белгестәренең бурысы – УЗТМ-ға капитал һалыуҙарһыҙ цикл ваҡытын 15-20 процентҡа ҡыҫҡартырға ярҙам итеү, тип билдәләне.
"Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад"(национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проектының "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" федераль проектында ҡатнашыусылар бушлай эксперт ярҙамы ала, льготалы финанслау һәм уҡытыу мөмкинлегенә эйә була.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrkrb.ru