

Тәтешле ауылында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә “Ватанды һаҡлаусыларға” мемориалын төҙөкләндереү дауам итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә бара.
Әлеге ваҡытта подрядсы компания “Мегабит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бордюр ташы ҡуйыу һәм тротуар плитәһе өсөн нигеҙ әҙерләү буйынса әүҙем эш алып бара. Күп көс талап иткән ер эштәре тамамланған, тротуарҙың асфальт-бетон япмаһы һалынған һәм һыу ағыҙыу канауҙары ҡуйылған.
Шулай уҡ һәйкәлдәр өсөн майҙансыҡтар әҙерләнгән, стелалар ҡуйылған, уларҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың, махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың һәм яугир-интернационалистарҙың исемдәре яҙылған плитәләр урынлаштырыласаҡ.
Мишкә ауылында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөлгән “Йәштәр” паркын булдырыу финалға яҡынлаша.
Паркта төп эштәр тамамланған тиерлек. Бик матур һәм уңайлы урын барлыҡҡа килә. Балалар зонаһын кәртәләү, электр үткәреү һәм йәшеллектәр ултыртыу ҡала. Яңы майҙан үҫешкән биҫтәлә балалы ғаиләләр өсөн ял итеү урыны буласаҡ.
– Халыҡтың һаҡсыл мөнәсәбәтенә өмөтләнәм. Был эштәр туҡтамай. Артабан дауам итәсәк, - тип билдәләне Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда йыл һайын йәмәғәт киңлектәре яңыртыла. 2025 йылда төбәктә 94 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырылған. Яңы тартылыу нөктәләрен яңыртыу һәм төҙөү ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла алып барыла. Ә милли проекттың иң мөһим критерийын — төҙөкләндереү өсөн биләмәне халыҡ үҙе һайлай.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.