

“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына быйыл яңы заманса ультра тауышлы диагностика аппараты ҡайтарылды. Алты ай эсендә унда 3750-нән ашыу тикшереү уҙғарылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
УЗИ аппараты үҙебеҙҙә етештерелгән юғары сифатлы ҡорамал.
- Яңы УЗИ аппараты беҙгә сифатты ла яҡшыртырға, төрлө орган ауырыуҙарының диагностика тиҙлеген дә күтәрергә мөмкинлек бирҙе, - тине Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһының ультра тауыш диагностикаһы табибы Фирҙәүес Әхмәтшина.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: ”Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.