

Краснокама үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, электрокардиограмманы һәм артериаль баҫымды тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү комплексы алынды.
Был комплекс йөрәк торошон тотош тәүлек дауамында күҙәтергә ярҙам итә. Ул электркардиограмманы, артериаль баҫымды, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Бындай тикшереү табипҡа йөрәк эшмәкәрлеге тураһында күберәк мәғлүмәт бирә Комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуҙарын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм башҡа мөһим үҙгәрештәрҙе асыҡларға мөмкин. Уларҙың ғәҙәти электрокардиограмма тикшереүендә һиҙелмәй ҡалыуы ихтимал.
–Был ҡорамал диагностика сифатын байтаҡҡа арттырасаҡ. Уның ярҙамында хәүефле йөрәк-ҡан тамырҙары тайпылыштарын ваҡытында асыҡларға һәм дауа билдәләргә мөмкин, – тине дауахананың табип-кардиологы Айгөл Крамаренко.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.