Милли проекттар
14 Август 2025, 04:15

Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға химия сәнәғәте продукцияһын оҙатасаҡ

Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 16,8 процентҡа артҡан.

Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға химия сәнәғәте продукцияһын оҙатасаҡБашҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға химия сәнәғәте продукцияһын оҙатасаҡ
Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға химия сәнәғәте продукцияһын оҙатасаҡ

Кокандтың "R-A-M ORGANIZATION" компанияһы Башҡортостан предприятиелары менән Үзбәкстанға продукция оҙатыу буйынса бер нисә килешеү төҙөгән. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы менән 100 миллион һумлыҡ каучук, 50 миллион һумлыҡ полимер онтаҡтары өсөн “Башпласт” йәмғиәте менән, ай һайын 500 тонна сода тапшырыу буйынса “БСК” акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Саралар «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан.

Хеҙмәттәшлектең нескәлектәрен, шулай уҡ киләсәккә пландарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита  Болычева һәм Фирғәнә өлкәһе Коканд ҡалаһының беренсе урынбаҫары Хоким Немат Хәмидов етәкселегендәге Үзбәкстан делегацияһы менән фекер алышты.

Александр Шельдяев белдереүенсә, былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Үзбәкстан республиканың тышҡы сауҙа структураһы буйынса 7-се урынды биләй, дөйөм күләмдең 4,2 процентын тәшкил итә. Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 16,8 процентҡа артҡан. Экспортҡа тапшырыуҙар 11 процент үҫеш күрһәтһә, импорт 75,7 процентҡа артҡан.

"Яңы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ике ҡаланың да алға китешендә тағы бер мөһим этапҡа әйләнәсәгенә һәм илдәребеҙ араһындағы бәйләнеште нығытыуға булышлыҡ итәсәгенә ышанабыҙ", - тип комментарий бирҙе Маргарита Болычева.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас