Милли проекттар
20 Август 2025, 05:15

Был саралар уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк

Салауат районының Йыланыш ауылында мәктәп эргәһендәге өс километр юл ремонтланасаҡ.  

Был саралар уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәкБыл саралар уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк
Был саралар уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, Салауат районының Йыланыш ауылында мәктәп эргәһендәге Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим юлдарының өс километры ремонтланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.

Подряд ойошмаһы асфальт-бетон япма һалыуға һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөүгә тотонған. Бынан алда юлсылар торлаҡ йорттарға тоташҡан урындарҙа һыу үткәргес торбаларын урынлаштырҙы, электр яҡтыртыу таяуҙарын монтажланы.

– Юлсылар мәктәп эргәһендә кәртә һәм ҡоймалар ҡуйырға ниәтләй. Шулай уҡ ремонтланған участкала яңы юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк, туҡталыштар булдырыласаҡ һәм билдәләр ҡуйыласаҡ. Был саралар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың, бигерәк тә уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас