

Башҡортостандың Бәләбәй районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса Аксенов — Аксаков — Бәләбәй юлының 1,5 саҡрымлыҡ участкаһы ремонтланды. Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Белгестәр Надеждин ауылының Үҙәк урамы буйлап үткән участканы яңыртты. Улар иҫке асфальтты ҡырҡып, яңыһын һала һәм юл ситтәрен нығыта.
“Надеждин ауылында 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Бында Аксаковтар ғаиләһенең йорт-музейы урынлашҡан, ул мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора. Юлдың был участкаһын ремонтлау урындағы халыҡ һәм туристар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булдырасаҡ”, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү.
Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.