Милли проекттар
22 Август 2025, 03:30

Таллыһыҙалар менән һөйөндөктәрҙең һөйөнөсө сикһеҙ

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр

Таллыһыҙалар менән һөйөндөктәрҙең һөйөнөсө сикһеҙТаллыһыҙалар менән һөйөндөктәрҙең һөйөнөсө сикһеҙ
Таллыһыҙалар менән һөйөндөктәрҙең һөйөнөсө сикһеҙ

Баҡалы районының Таллыһыҙа ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Яңы медицина ойошмаһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле барлыҡҡа килде.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы ҡуйылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар эшләү, медикаменттар һаҡлау һәм башҡа бүлмәләр бар. Беренсел медицина-санитар ярҙамы  Таллыһыҙа һәм Һөйөндөк ауылдарында йәшәгән 250 өлкән кешегә һәм 22 балаға күрһәтелә. Ауылдар халҡы һаулығы һағында – 38 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған Фәриҙә Ғәбиҙуллина.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса  2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас