

Балаҡатайҙа “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Яңы Балаҡатай – Билән-Ташыу юлының өс километрын ремонтлау тамамланды. Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Эштәр Билән ауылы эргәһендәге ике биләмәлә башҡарылды. Эш барышында подряд ойошмаһы юл профилен төҙәткән, ҡырсынташ япма ҡоролмаһын эшләгән.
– Был юл күп ауылдарҙы район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылы менән тоташтыра. Уларҙа 2,5 мең самаһы кеше йәшәй. Юлды ремонтлау юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хәүефһеҙ юл йөрөү мөмкинлеген тәьмин итте, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 735 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлау күҙаллана.
Фото: “Башҡортостан 24” телеканалы.