Милли проекттар
23 Август 2025, 04:15

Башҡортостан предприятиеһы дәүләт ярҙамы алған

Бөгөн “Лита” акционерҙар йәмғиәте “Лита” сәнәғәт-сауҙа комплексы биләмәһендә урынлашҡан үҙ һәм ҡуртымға алынған торлаҡ булмаған биналарҙы ҡуртымға биреү менән шөғөлләнә.

Башҡортостан предприятиеһы дәүләт ярҙамы алғанБашҡортостан предприятиеһы дәүләт ярҙамы алған
Башҡортостан предприятиеһы дәүләт ярҙамы алған

«Лита» акционерҙар йәмғиәте Башҡорт микрокредит компанияһынан 3 миллион һумлыҡ кредитты уңышлы алыуға ирешкән.

Был аҡсаға компания биналарында ремонт эштәре башҡарыла, был иһә ҡуртымсылар өсөн шарттарҙы яҡшыртасаҡ һәм күсемһеҙ милектең йәлеп итеүсәнлеген арттырасаҡ. Был ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итәләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

"Бөгөнгө иҡтисади хәлдә микрокредит дәүләт ярҙамының һөҙөмтәле механизмы булараҡ сығыш яһай. Эшҡыуарҙарға тиҙ арала финанслау мөмкинлеге кәрәк, быны микрофинанслау системаһы тәьмин итә. Льготалы микрозаймдарҙы тиҙ һәм уңайлы шарттарҙа алырға мөмкин”, — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Бөгөн “Лита” акционерҙар йәмғиәте “Лита” сәнәғәт-сауҙа комплексы биләмәһендә урынлашҡан үҙ һәм ҡуртымға алынған торлаҡ булмаған биналарҙы ҡуртымға биреү менән шөғөлләнә. Был компанияға тотороҡло финанс хәлен һаҡларға мөмкинлек бирә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас