Милли проекттар
23 Август 2025, 03:15

Башҡортостанда ике ауыл хужалығы класы асыла

Беренсеһе - Нуриман районы Байгилде ауылындағы лицейҙа (“Агротехнология” йүнәлеше буйынса), икенсеһе – Бүздәк ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә (“Агроинженерия” йүнәлеше буйынса) ойошторолдо.

Башҡортостанда ике ауыл хужалығы класы асылаБашҡортостанда ике ауыл хужалығы класы асыла
Башҡортостанда ике ауыл хужалығы класы асыла

Башҡортостанда “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү”  (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») милли проектының “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” төбәк проекты сиктәрендә ике агрокласс булдырылған, тип хәбәр итәреспубликаның Ауыл хужалығы министрлығыл

Беренсеһе - Нуриман районы Байгилде ауылындағы лицейҙа (“Агротехнология” йүнәлеше буйынса), икенсеһе – Бүздәк ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә (“Агроинженерия” йүнәлеше буйынса) ойошторолдо. Төбәк проекты сиктәрендә ауыл хужалығы кластарын булдырыуға киткән сығымдарҙың 90 проценты федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан ҡайтарыласаҡ, был 7 миллион һум тиерлек тәшкил итә.

"Беҙ үҙебеҙҙең агрокомпанияларҙан ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Шулай итеп, агрокласстарҙы булдырыуҙа партнерҙар булып Бағау агрофирмаһы, Хәбибрахманов Ш.М. крәҫтиән хужалығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты тора. Был киләсәк өсөн эш. Киләсәктә ауыл хужалығы кадрҙарына ихтыяж арта ғына барасаҡ, башланғыс кластарҙан профориентация был мәсьәләлә иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе булып тора», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Дөйөм алғанда, Нуриман һәм Буздәк райондарында ауыл хужалығы кабинеттарын йыһазландырыуға 7 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Уҡыу кабинеттарына косметик ремонт эшләнде, уларға бренд ҡуйылды, күнекмәләр үткәреү өсөн ҡорамалдар, йыһаздар, материалдар һатып алынды. Яңы ауыл хужалығы кабинеттарын тантаналы асыу 1 сентябрҙә була.

Был эштәрҙең барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың яңыртылған милли проектары сиктәрендә башҡарыла.

Фото: gtrkrb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас