Милли проекттар
26 Август 2025, 05:15

Һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк

Медицинала 22 йылдан ашыу эшләгән фельдшер Алһыу Исхаҡова тәүге пациенттарҙы ҡабул итә.

Һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәкҺанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк
Һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк

Баҡалы районының Ҡамышлытамаҡ ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

 Бина заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү  һәм табиптарға эшләү уңайлы булһын өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырғандар. Медицина учреждениеһында фельдшер кабинеты, процедура, пациенттар, персонал, дарыуҙар һаҡлау  өсөн бүлмәләр бар.

Тәүге медик-санитар ярҙамды Ҡамышлытамаҡ һәм Саҡат ауылдары халҡы аласаҡ. Уларҙа 349 кеше, шул иҫәптән 64 бала, хеҙмәтләндереләсәк. Медицинала 22 йылдан ашыу эшләгән фельдшер Алһыу Исхаҡова пациенттарҙы ҡабул итәсәк.

“Һанлы ФАП” проекты һөҙөмтәһендә, һанлы медицина хеҙмәттәрен алып була. Фельдшер дистанциянан тороп, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы аса, электрон рецепт яҙа, телемедицина консультацияһы үткәрә һәм мәғлүмәттәрҙе башҡа учреждениеға консультацияға ебәрә ала.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект "Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас