

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрө медик-фармацевтика колледжында булды.
1934 йылда нигеҙләнгән учреждение республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн ҙур һорау менән файҙаланған йүнәлештәр буйынса квалификациялы белгестәр әҙерләй. Шулар иҫәбендә – дауалау эше, фармация, акушерлыҡ һәм шәфҡәт туташтары эше.
Бынан тыш, колледж базаһында 25 программа буйынса өҫтәмә профессиональ белем алырға мөмкин. Бында барлығы 1 678 студент уҡый.
2022 йылда төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса учреждение филиалы Нефтекама ҡала дауаханаһы базаһында асылды. 2023 йылда Бөрө медик-фармацевтика колледжы “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы, “Клиник һәм иҫкәртеү медицинаһы” белем биреү кластерының үҫеш базаһына әүерелде.
Был федераль средстволарҙы яңы технологиялар менән йыһазландырылған заманса лабораториялар булдырыуға йәлеп итергә булышлыҡ итте. Киләһе йылда “Профессионалитет” проекты буйынса колледждың тағы бер бинаһын яңыртыуҙы планлаштыралар. Был маҡсатҡа 118 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Колледж даими рәүештә профессиональ оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаты этаптарын үткәреү майҙанына әүерелә бара. Былтыр учреждение “Дауалау эшмәкәрлеге” һәм “Акушерлыҡ эше” компетенциялары буйынса Рәсәйҙең 42 төбәгенән ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте.
Башҡортостан Башлығы колледждың оҫтаханаларын һәм амбулатор-поликлиника комплексын ҡараны, медицина ярҙамын күрһәтеү ысулдары менән танышты. Уҡыу йорто директоры Ниля Белобородова сығарылыш уҡыусыларының күпселегенең республика медицина учреждениеларына эшкә килеүе тураһында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы студенттар менән дә әңгәмәләште. Йәштәр фельдшер профессияһының ауылдағы перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. 2025 йылдың 1 сентябренән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яңы бойороғо эш башлаясаҡ. Уға ярашлы, фельдшерҙарға һәм акушерҙарға ваҡытлыса табиптың ҡайһы бер бурыстарын үтәргә мөмкинлек тыуасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Бөрө медик-фармацевтика колледжы студенттары алған белем сифатын юғары баһаланы.
– Был – юғары класлы белгестәр әҙерләгән профессиональ уҡыу йорттарының береһе, – тип йомғаҡланы һүҙен Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа колледж матди-техник базаһын яңыртыу этабын үтә. Был бик мөһим, сөнки уның сығарылыш уҡыусыларынан күп кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге тора.
Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.