Милли проекттар
27 Август 2025, 03:15

Бишбүләк дауаханаһы яңы ҡорамал алды

Ул эндоскоптарҙы таҙартыуға тәғәйенләнгән.  

Бишбүләк дауаханаһы яңы ҡорамал алдыБишбүләк дауаханаһы яңы ҡорамал алды
Бишбүләк дауаханаһы яңы ҡорамал алды

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Бишбүләк дауаханаһы эндоскоптарҙы йыуыу һәм дезинфекциялау өсөн ҡулайлама алды. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Заманса ҡулайлама инфекция таралыуына юл ҡуймай, эндоскопия ҡорамалдарын сифатлы автоматик таҙартыу һәм дезинфекциялауға тәғәйенләнгән.

- Милли проектты тормошҡа ашырыу беҙгә заманса технологиялар индерергә булышлыҡ итә, был иһә медицина ярҙамының сифатын күтәреүгә йоғонто яһай. Яңы ҡорамал - беҙҙең пациенттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, медицина хеҙмәткәрҙәренә уңайлы шарттар булдырыуға мөһим аҙым. Был мөһим башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа дәүләттең ярҙамын тоябыҙ, һөҙөмтәлә беҙҙең дауахана яңыра бара, - тине Бишбүләк районының баш табибы Марат Абдуллин.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас