

Нуриман районының Укарлино ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) яңы модулле фельдшер –акушерлыҡ пункты асылды. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
ФАП яңы талаптарға һәм стандарттарға ярашлы башҡарылан. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм эш персоналына уңайлы шарттар булдырыу өсөн ул барлыҡ тейешле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер кабинеты, пациенттар өсөн көтөү, процедура бүлмәләре булдырылған, персонал өсөн бүлмә, медикаменттарҙы һаҡлау урыны, санузел – былар барыһы ла уңайлыҡты тураһында һөйләй. Был ФАП-та беренсел медицина-санитар ярҙамды Укарлино, Сураш, Урман ауылдарының халҡы аласаҡ. Унда йәшәүсе халыҡтың һаны 270 кеше, уларҙың 46-һы балалар.
-Өйҙәренән йыраҡ түгел яңы ФАП-та кешеләр дипансеризация үтә, вакцина эшләтә, беренсел медицина-санитар ярҙамы алыуы өсөн шатмын, - ти фельдшер Гөлнара Әминова.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән быйылдан тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.