

Ғафури районы Ҡотлоғужа ауылында модулле яңы ФАП асылған. Ул ”Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу барышында төҙөлгән. Яңылыҡты БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы ҡуйылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә һәм персоналға уңайлы эшләргә ярҙам иткән бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Яңы бинала Ҡотлоғужа һәм Яңы Ҡарамыш ауылдарынан 221 кеше, шул иҫәптән 32 бала беренсел медицина-санитар ярҙамы ала ала. Ауыл халҡының һаулығын фельдшер Гөлдәриә Солтанова хәстәрләй.
– Яңы ФАП-ты асыу - һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, бындағы халыҡ өсөн дә мөһим ваҡиға. Хәҙер медицина ярҙамы уңайлыраҡ һәм тиҙерәк булыр, – ти Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов.
“Һанлы ФАП” проекты хәҙер халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтергә булышлыҡ итә. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә һәм медицина мәғлүмәттәрен, мәҫәлән, ЭКГ-ны, икенсе учреждениеға, Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефтәре буйынса үҙәккә, консультацияға ебәрә ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/750236/