Милли проекттар
4 Сентября 2025, 04:15

"Лада” – табиптарҙың “уң ҡулы”

Автомобилдең функциональ мөмкинлектәре киң. 

"Лада” – табиптарҙың “уң ҡулы”"Лада” – табиптарҙың “уң ҡулы”
"Лада” – табиптарҙың “уң ҡулы”

Балтас район дауаханаһы йәй көндәрендә, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, "Лада Ларгус" автомобиле алды. Уның ярҙамында ауырыуҙар янына илленән ашыу барыу башҡарылған.

Был автомобилдә дауалау учреждениеһына бер медицина хеҙмәткәре менән бергә  ауырыуҙы ятҡан көйө алып барып еткерергә  йәки дүрт пассажирҙы илтергә мөмкин. Креслоларҙы тейешенсә трансформацияларға була, шуға күрә пациенттарҙы илтеүҙән тыш, анализдарҙы ташырға ла мөмкин. Медицина хеҙмәте автомобиле салоны комплектацияһына носилкаларҙан тыш, балаларҙы илтеү өсөн педиатрия ҡайыштары, йоғошһоҙландырыу өсөн  нурлаусы рециркулятор ҙа инә. Бындай яңылыҡтар транспорт сараһының функциональ мөмкинлектәрен киңәйтә.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект "Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас