Милли проекттар
5 Сентябрь 2025, 03:30

1 600 кешене һөйөндөрҙөләр

Бында дарыухана пункты, прививка, процедура  һәм ҡабул итеү кабинеттары эшләйәсәк. 

1 600 кешене һөйөндөрҙөләр1 600 кешене һөйөндөрҙөләр
1 600 кешене һөйөндөрҙөләр

Бәләбәй районының Знаменка ауылында оҙаҡламай яңы модулле дөйөм практика табибы бинаһы асыла. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы төҙөлдө.

 Яңы медицина учреждениеһы тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тулы ҡорамалдар комплекты менән йыһазландырылған. Бында дарыухана пункты, прививка, процедура  һәм ҡабул итеү кабинеттары бар.  Аҙ хәрәкәтләнеүсән һәм өлкән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Знаменка һәм яҡын тирәләге өс ауыл халҡы, барлығы 1600 кеше, медицина учреждениеһында диспансерлаштырыу үтеү, вакцина яһатыу  һәм тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас