Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Сентябрь 2025, 11:15

“ЭкваТэк” һәм “ВэйстТэк” үткәрелә

Быйыл күргәзмәлә Рәсәйҙән, шулай уҡ Башҡортостандан һәм сит илдәрҙән 413 предприятие ҡатнаша.

“ЭкваТэк” һәм “ВэйстТэк” үткәрелә
“ЭкваТэк” һәм “ВэйстТэк” үткәрелә

8 – 11 сентябрҙә Мәскәүҙә "ЭкваТэк" һыу тармағы өсөн ҡорамалдар күргәҙмәһе үткәрелә. Бында Рәсәйҙең һыу һәм һыу үткәреү-канализация хужалығы инфраструктураһын үҫтереү өсөн илебеҙ асыштары тәҡдим ителгән. Был ҡарарҙар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май ҡарарҙарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

“ЭкваТэк” ҡорамалдар күргәҙмәһе генә түгел. Рәсәйҙең һыу тармағындағы буласаҡ технологик суверенитетының стратегик полигонына әүерелде.

"ЭкваТэк"ка бөтә Рәсәйҙән ҡорамалдар етештергән һәм хеҙмәттәр күрһәткән, шул иҫәптән Башҡортостандан предприятиелар килгән. Быйыл күргәзмәлә Рәсәйҙән, шулай уҡ Башҡортостандан һәм сит илдәрҙән 413 предприятие ҡатнаша. Был күргәҙмә ил кимәлендәге “ВэйстТэк” күргәҙмәһе менән параллель рәүештә ойошторола. Ул ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм улар менән эш итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә арналған.

Фото: "Башҡортостан" дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас