

8 сентябрҙә Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының “Әсәй-эшҡыуар” федераль белем биреү программаһының төбәк этабында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана, ул 15 – 19 сентябрҙә үтәсәк.
Федераль программа “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында.
– “Әсәй-эшҡыуар” программаһы балалы ҡатын-ҡыҙҙарға бизнеста ышаныслы старт алырға йәки ғәмәлдәге проектты масштабларға ярҙам итергә тейеш. Программала ҡатнашыусылар үҙ эшен уңышлы үҫтереү өсөн кәрәкле комплекслы белем алыуҙан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар бизнесына ярҙам итеүҙең көнүҙәк саралары хаҡында ла белә аласаҡ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Уҡытыу офлайн күп көнлөк тренинг-интенсив форматында эшлекле мөхиткә инеү һәм менторлыҡ ярҙамы менән үткәрелә. Ҡатнашыусылар үҙ проектының бизнес-планын әҙерләйәсәк, ә финалда уны эксперттар жюрийы алдында яҡлаясаҡ. Эштәр бер нисә критерий буйынса баһалана: иҡтисади нигеҙлелек, үҙенсәлеклелек һәм социаль әһәмиәт. Ғариза кампанияһы сиктәрендә 20 иң ҡыҙыҡлы, тормошҡа ашырырлыҡ бизнес-идея һайлап алынасаҡ.
Курс аҙағында һәр ҡатнашыусы жюриға үҙенең бизнес-планын тәҡдим итәсәк, ә иң яҡшы идея эйәһе эште үҫтереүгә 150 мең һум грант аласаҡ. Был проект сиктәрендә Башҡортостанда алты сығарылыш уҙҙы, шуның арҡаһында 90 ҡатын-ҡыҙ уңышлы эшҡыуар булып китте.
Ғаризаны мамапредприниматель.рф сайтында бирергә мөмкин.
Гүзәл заттар, бик отошло тәҡдим, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Рәмилә Мусина фотоһы.