

Ғафури районының Баҡраҡ ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Яңы медицина пункты заманса стандарттарға һәм талаптарға ярашлы урынлаштырылған. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың эшен уңайлы ойоштороу өсөн тейешле бөтә йыһаздар менән тәьмин ителгән. Фельдшер, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары бар.
Яңы медицина пункты Баҡраҡ һәм Яҡтыкүл ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Дөйөм һаны –117 кеше, шул иҫәптән, 18 бала.
– Мин бик шатмын, ауылдаштарым хәҙер йорттарына яҡын ерҙә, яңы, уңайлы шарттар булған урында диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата һәм тәүге медицина ярҙамын аласаҡ, – тине фельдшер Эльвина Садиҡова.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.