Милли проекттар
11 Сентябрь 2025, 05:05

Башҡортостан делегацияһы "Етештереүсәнлек 360" федераль форумында ҡатнаша

Форум 6-7 ноябрҙә Мәскәүҙә ВДНХ-ла үтә.

Башҡортостан делегацияһы "Етештереүсәнлек 360" федераль форумында ҡатнашаБашҡортостан делегацияһы "Етештереүсәнлек 360" федераль форумында ҡатнаша
Башҡортостан делегацияһы "Етештереүсәнлек 360" федераль форумында ҡатнаша

Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре 6-7 ноябрҙә Мәскәүҙә ВДНХ-ла үтәсәк «Етештереүсәнлек 360» VII федераль форумында ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенция үҙәгенән.

Әле Башҡортостандың 200-ҙән ашыу предприятиеһы "Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад" (национальный проект «Эффективная и конкурентоспособная экономика») милли проектының "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" федераль проектында ҡатнашыусы булып тора.

Республика был эштә һиҙелерлек һөҙөмтәләр күрһәтә, ә Төбәк компетенциялар үҙәге мәғлүмәт эше буйынса илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылған.

"Башҡортостан предприятиеларында иҡтисади эффект 4 миллиард һумдан ашты. Был беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы раҫлай". Форумда ҡатнашыу беҙҙең компанияларға иң яҡшы тәжрибәне үҙләштерергә һәм конкурентлыҡ өҫтөнлөктәрен нығытырға мөмкинлек бирәсәк», — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

2025 йылда форумда тәүге тапҡыр социаль тармаҡтарҙа – һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, мәҙәниәттә һәм спортта һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡулланыуға айырым иғтибар биреләсәк, был Рәсәй Президенты ҡуйған яңы проект маҡсаттарына тап килә.

Башҡортостандан ҡатнашыусылар етештереүсәнлек лидерҙары менән тәжрибә уртаҡлаша, һаҡсыл технологияларҙы тормошҡа ашырыу осраҡтарын өйрәнә, тәжрибәле белгестәрҙән кәңәштәр ала һәм партнерлыҡ килешеүҙәре төҙөй аласаҡ. Форум программаһында социаль өлкә һәм сәнәғәт буйынса иҡтисади трансформация һәм тармаҡ тректары буйынса пленар ултырыштар бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

 

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас