

Салауат районы Лаҡлы ауылында «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") ярҙамында модулле яңы табип амбулаторияһы асыла. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Медицина учреждениеһында табип-терапевт, стоматолог, педиатр, шулай уҡ пациентты ҡарау һәм процедура кабинеттары урынлаштырылған. Бинала медикаменттар һаҡлау өсөн бүлмә, санузел һәм пациенттар өсөн көтөп тороу урыны булдырыла. Оло йәштәгеләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн инеү урынында пандус ҡаралған. Амбулаторияға Лаҡлы һәм күрше Лағыр, Урмансы, Шәрәк, Сыбаркүл ауылдарынан 1,7 мең кешене хеҙмәтләндерә ала.
Иҫкә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса быйылдан тормошҡа ашырыла башланы.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/...