Милли проекттар
12 Сентябрь 2025, 04:30

Малаяҙ дауаханаһына – яңы автомобиль

Милли проектты тормошҡа ашырыу медицина хеҙмәттәрен яңыртырға мөмкинлек бирә.

Малаяҙ дауаханаһына – яңы автомобильМалаяҙ дауаханаһына – яңы автомобиль
Малаяҙ дауаханаһына – яңы автомобиль

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы,  яңы махсуслаштырылған LADA LARGUS автомобиле алды. Заманса машина кәрәкле бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған, уңайлы носилкалар булыуы ауырыуҙарҙы хәүефһеҙ рәүештә дауаханаға илтергә ярҙам итәсәк. Автомобиль кисектергеһеҙ медицина ярҙамынан тыш, дарыу препараттары, биологик материалдарҙы илтеү өсөн дә файҙаланыласаҡ. Транспорт федераль бюджет иҫәбенә алынған, ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының бер өлөшө булып тора.

– Милли проектты тормошҡа ашырыу медицина хеҙмәттәрен яңыртырға мөмкинлек бирә. Яңыртылған автопарк һөҙөмтәһендә пациенттарға медицина ярҙамын тиҙерәк һәм сифатлыраҡ күрһәтә аласаҡбыҙ. Медицина хеҙмәтләндереүе хәүефһеҙерәк  буласаҡ һәм унан файҙаланыу мөмкинлеге артасаҡ, – тине Малаяҙ дауаханаһының баш табибы Рудольф  Фәхретдинов.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас