Милли проекттар
16 Сентябрь 2025, 05:45

Өфөлә яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк

Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Өфөлә яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәкӨфөлә яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк

Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау өсөн күп функциялы үҙәк төҙөйәсәктәр. Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Комплекслы реабилитациялау, хеҙмәткә урынлаштырыу – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Кадрҙар” милли проектының (национальный проект “Кадры”) бер өлөшө.

Үҙәк медицина һәм социаль үҙәктәрҙән, ҡунаҡханаларҙан һәм спорт өлөшөнән торған бер нисә бинаны хасил итәсәк. “Республикала махсус хәрби операция ветерандарын тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтарыу өсөн бындай үҙәк кәрәк. Йыл һайын биш меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән бер меңдән кәм булмаған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы комплекслы реабилитациялау хеҙмәттәренән файҙалана ала”, - тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Проект инвесторҙар аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итә. 11 сентябрҙә Мәскәүҙә үткәрелгән Төбәктәрҙең социаль инновациялары форумында республика менән “Көслө кешеләр биләмәһе” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документта үҙәк төҙөлөшө барышында хеҙмәттәшлек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәрҙе реабилитациялау, реосоциалләштереү тураһында әйтелә.

Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас