Милли проекттар
16 Сентябрь 2025, 06:15

Заман талаптарына ярашлы

Тәүге медицина ярҙамын Илтирәк, Яңы Андреевка, Грачевка  ауылдарының 800-ҙән ашыу  кешеһе аласаҡ.

Заман  талаптарына ярашлыЗаман  талаптарына ярашлы
Заман талаптарына ярашлы

Ҡырмыҫҡалы районының Илтирәк ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.  Яңы медицина пункты заманса талаптарға  һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы  күрһәтеү һәм персоналдың һәйбәт эшләүе өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Медицина пунктында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе бар.

“Һанлы ФАП” проектына ярашлы, халыҡ онлайн-хеҙмәттәрҙән файҙалана ала. Фельдшерҙың эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанциянан тороп асыу, электрон рецепт яҙыу, телемедицина консультацияһын үткәреү мөмкинлеге бар.  Тәүге медицина ярҙамын ФАП та Илтирәк, Яңы Андреевка, Грачевка  ауылдарының 800-ҙән ашыу  кешеһе аласаҡ.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас