Милли проекттар
18 Сентябрь 2025, 08:40

Беҙҙең ҡош итен яратып алалар

Башҡортостан күркә ите экспортын арттырҙы.

Беҙҙең ҡош итен яратып алаларБеҙҙең ҡош итен яратып алалар
Беҙҙең ҡош итен яратып алалар

Мәләүез ҡошсолоҡ предприятиеһы Азербайжанға күркә итенән туңдырылған ярымфабрикаттарҙың сираттағы партияһын оҙатты, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора.

Был - Башҡортостандан Азербайжанға йыл башынан алып ун алтынсы партия. 19 тонна ауырлыҡтағы ит продукцияһы сит илгә оҙатылғанға тиклем Россельхознадзор идаралығы белгестәре тарафынан контроль процедураһын үтә.

Йыл башынан алып Рәсәйҙең дәүләт сигендә һәм транспортта ветеринар күҙәтеү бүлеге белгестәре Кавказ аръяғы республикаһы өсөн был предприятиеның 290 тонна ярымфабрикатын рәсмиләштергән, был былтырғыға ҡарағанда ике тоннаға күберәк.

Азербайжандан тыш предприятие үҙенең тауарын башҡа илдәргә лә экспортҡа сығара. Мәҫәлән, Африка дәүләттәрендә Бенин, Конго һәм Гвинея. Уларға ярты йыл эсендә генә 405 тонна ит ярымфабрикаты һатылған.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас