Милли проекттар
18 Сентябрь 2025, 03:10

Бизнес-леди экотауар етештереү буйынса яңы цех асасаҡ

“Әсәй-эшҡыуар” программаһында ҡатнашыу миңә бизнесты киңәйтеү өсөн яңы офоҡтар асырға мөмкинлек бирәсәк", — ти Лолита Петрова.

Бизнес-леди экотауар етештереү буйынса яңы цех асасаҡБизнес-леди экотауар етештереү буйынса яңы цех асасаҡ
Бизнес-леди экотауар етештереү буйынса яңы цех асасаҡ

Өфөнән Лолита Петрова “Әсәй-эшҡыуар” проектында ҡатнашыу арҡаһында экопродукция етештереү буйынса яңы цех асырға ниәтләй. Программаның төбәк этабы Башҡортостанда “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә башланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

15-19 сентябрҙә Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы майҙансығында 30-ҙан ашыу ҡатын-ҡыҙ эшҡыуар интенсив тренингта уҡыясаҡ.

– Тәжрибә күрһәтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең хоббиһын ғаилә өсөн өҫтәмә килем сығанағына әйләндерә ала. Әммә үҙ бизнесы юлына сыҡҡанда уларҙың күбеһенә компетенциялар, илһам һәм ярҙам етмәй. Шуға күрә “Әсәй-эшҡыуар” кеүек проекттар төп роль уйнай, ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ башланғыстарын уңышлы алға ебәреү өсөн мөһим белем һәм ресурстар бирә, - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

“Бөтәһенә лә файҙа” бренды аҫтында экопродукция етештереү менән шөғөлләнгән “Әсәй-эшҡыуар” проектында ҡатнашыусы Лолита Петрова үҙ алдына төп маҡсат ҡуя — яңы етештереү цехын булдырыу, продукция ассортиментын киңәйтеү, Өфөлә һәм Башҡортостан райондарында һатыуҙы башлау, шулай уҡ интернетта популяр сауҙа майҙансыҡтарына сығыу өсөн программаны уңышлы үтеү.

Күп кенә яңы эш башлаған бизнесмендар кеүек, Лолита Петрова ла типик проблемаларға юлыҡҡан: финанслау етешмәү һәм тәүге клиенттарҙы йәлеп итеүҙә ҡатмарлыҡтар. Шәхси инвестицияларға ҡарамаҫтан, үҫеш әкрен бара, әммә ҡулланыусыларҙың экологик таҙа продукцияға ҡыҙыҡһыныуы оптимизм уята.

– “Минең бизнесым” үҙәге ярҙамында беренсе оҫталыҡ дәресен үткәрергә планлаштырам, ә үҙәктәге консультацияларҙа мин эко-брендымды үҫтереү буйынсаны ентекле план алдым. “Әсәй-эшҡыуар” программаһында ҡатнашыу миңә бизнесты киңәйтеү өсөн яңы офоҡтар асырға мөмкинлек бирәсәк, — тине Лолита Петрова.

“Әсәй-эшҡыуар” Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән федераль программа. Уның ярҙамында балалы йәки декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙар бизнеста уңышлы старт өсөн кәрәкле бөтә нәмәне ала ала: белем, фекерҙәштәрҙең ярҙамы, старт капиталы.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас