

Элемтә операторы аналитиктары Башҡортостан халҡының мобиль интернет һәм элемтә менән нисек ҡулланғаны тураһында тикшеренеү үткәргән. Интернетты үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр итә БР Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығында.
Һуңғы биш йылда республика халҡы интернетты ике тапҡырға әүҙемерәк ҡуллана, ә һирәгерәк шылтырата башлаған. Мобиль интернеттан иң күбе Өфө тирәһендә йәшәгән, уртаса йәше 40 булған ҡатын-ҡыҙҙар файҙалана, тип билдәләгән анализ яһаусылар. Гүзәл заттар бер айҙа 20 Гбайт интернет тотона, буш ваҡытта “Бәйләнештә” селтәре ҡушымтаһын аса икән.
Тағы ла шул асыҡланған: республикалағы абоненттар араһында ҡатын-ҡыҙҙар саҡ ҡына күберәк – 51,5%. Йәш буйынса ҡарағанда, 35–44 йәшлек кешеләр күберәк, улар дөйөм һандың 31 процентына тура килә. Артабан 45–54 йәшлек ҡулланыусылар – был 22 процент, 55–64 йәшлектәр 18 процент тәшкил итә.
Үҙгәрештәр икенсе нәмәгә ҡағыла: Башҡортостан халҡы, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, трафикты ҡулланыу буйынса тигеҙләшкән. Ҡала халҡына ла – бында өфөләр ҙә инә, ауыл халҡына ла хәҙерге көндә айына уртаса 20 Гбайт самаһы интернет кәрәк. Сағыштырыу өсөн: биш йыл элек әле ауыл ерендә йәшәгәндәр интернет-мәғлүмәт меннә республиканың баш ҡалаһы халҡына ҡарағанда 40 процентҡа кәмерәк файҙаланған.
Шул уҡ ваҡытта республикала телефон аша шылтыратыу күләме кәмей. Әгәр 2020 йылда Башҡортостанда йәшәүсе кеше дуҫтары һәм яҡындары менән телефон аша айына алты сәғәт һөйләшһә, 2025 йылда инде – дүрт сәғәт кенә. Алыҫ ауылдарҙа иһә телефон бәйләнеше төп урынды биләүен дауам итә.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың ғинуарынан алып тормошҡа ашырыла.
Фото: /it.bashkortostan.ru/presscenter/news/