Милли проекттар
24 Сентябрь 2025, 07:30

Бөрө яғында юлдар яҡшыра

Хәүефһеҙлек тә, уңайлылыҡ та хәстәрләнә.

Бөрө яғында юлдар яҡшыраБөрө яғында юлдар яҡшыра
Бөрө яғында юлдар яҡшыра

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни) ярашлы, Бөрө – Яңы Десяткин – Чирша - Тартыш юлында асфальт-бетон япма яңыртылды, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы.

Юлсылар әле Бөрө районында Акуди ауылы эргәһендәге ике километр оҙонлоғондағы участкала эш алып бара. Сентябрҙә подрядсы ойошма тигеҙләй торған ҡатламды, япманы эшләгән, яндауыр таштарын ҡуйған, туҡталыу майҙансыҡтарында ла япманы яңыртҡан.

- Был юл Бөрө һәм Кушнаренко райондарындағы ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлылыҡты арттыра. Бында муниципаль маршруттар буйынса ла автобустар йөрөй. Ремонт башҡарылыуы юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте һәм уңайлылыҡты хәстәрләй, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Яҡын арала юлсылар тамғалар һалырға йыйына. 2025 йыл аҙағына тиклем ремонт эштәрен тамамлау ниәтләнә. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас