Милли проекттар
23 Сентябрь 2025, 05:15

Нефтекама дауаханаһында - яңы УЗИ аппараттары

Аппараттар ҡуйылғандан алып 3000-дән ашыу тикшереү үткәрелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Нефтекама дауаханаһында - яңы УЗИ аппараттарыНефтекама дауаханаһында - яңы УЗИ аппараттары
Нефтекама дауаханаһында - яңы УЗИ аппараттары

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) сиктәрендә Нефтекама дауаханаһына 2025 йылда ике яңы заманса ультратауыш диагностика аппараты алынған. Улар ҡуйылғандан алып 3000-дән ашыу тикшереү үткәрелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

“РуСкан 60“ УЗИ аппараты - организмды сифатлы ультратауыш тикшереүен тәьмин иткән заманса функциональ ҡоролма. Ул Рәсәйҙә етештерелгән. Был юғары класлы һөҙөмтәле һәм ышаныслы аппарат, ул һүрәт сифатын һәм тиҙ диагностиканы тәьмин итә. Система төрлө тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн алдынғы инструменттар менән йыһазландырылған, бынан тыш, интуитив аңлайышлы интерфейс һәм файҙаланыу уңайлылығы табиптың эшен уңайлы һәм һөҙөмтәле итә.

2025 йылда “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 99 берәмек автотранспорт һатып алыу, 4,5 меңдән ашыу берәмек ҡорамал һатып алыу, алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу, туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәреү, шулай уҡ 134 берәмек модуль конструкция һатып алыу һәм ҡуйыу планлаштырыла.

Республикала яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас