Милли проекттар
25 Сентябрь 2025, 06:30

Ташкинов яңыра

Быға милли проекттар булышлыҡ итә.

Ташкинов яңыраТашкинов яңыра
Ташкинов яңыра

Нефтекама ҡала округына ҡараған Ташкинов ауылында “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү дауам итә. Был турала Нефтекама ҡалаһы хакимиәте хәбәр итә.

Был саралар нигеҙендә ГТО нормативын тапшырыу өсөн зонаны төҙөкләндереү ҡаралған. Был иһә асыҡ һауала төрлө йәштәге граждандар өсөн физкультура менән шөғөлләнеүгә мөмкинлек бирә. Төрлө күнекмәләр эшләү өсөн бында заманса тренажерҙар, тейешле инвентарҙар ҡуйыу панлаштырыла.

Бынан тыш, проектҡа ярашлы өлкәндәр өсөн ял зонаһын булдырыу ҙа ниәтләнә. Эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырылған, йәшелләндереү саралары күрелгән.

Төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәһе киләсәктә барыһын да үҙенә тартып торор.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас