Милли проекттар
27 Сентябрь 2025, 09:30

Миәкәләр субсидия аласаҡ

Быға милли проекттар булышлыҡ итә.

Миәкәләр субсидия аласаҡМиәкәләр субсидия аласаҡ
Миәкәләр субсидия аласаҡ

Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы мәҙәниәт учреждениеларын модернизациялауға федераль бюджеттан киләһе йылда субсидия алыу өсөн илебеҙ субъекттарын һайлау буйынса яҡынса һөҙөмтәләрҙе билдәләне. Был ярҙам “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проектына ярашлы башҡарыла.

Дәүләт ярҙамын алыусылар рәтенә Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайы ла инде, тип хәбәр итә район хакимиәте.

Был субсидияға балалар мәҙәни үҙәктәрен булдырыу, мәҙәни учреждениеларҙы модернизациялау, мәҙәниәт йорттары, китапханаларҙың иң яҡшы эш алымдарын бүләкләү инә.

- Беҙҙең мәҙәниәт учреждениеһы күп йылдар инде яңыртыуҙы көтә. Ошондай мөмкинлек барлыҡҡа килеүенә, әлбиттә, шатбыҙ. Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, әҙерлек эштәрен башланыҡ: иң беренсе беҙҙең өсөн сәхнә кейемдәре, яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары, шулай уҡ белгестәргә компьютерҙар мөһим. Тиҙҙән учреждениеның яңыртылыуына ышанабыҙ, - ти Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайының директоры Гөлназ Шафиҡова.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы сайтынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас